поздравления на свадьбу на башкирском языке

Как поздравить в день свадьбы по-башкирски?

На нашем сайте представлены поздравления на свадьбу на башкирском языке, которые помогут вам выразить свои чувства в этот замечательный день. Вашим родным или друзьям будет приятно услышать от вас за праздничным столом башкирские поздравления в день свадьбы.

***
Туй көнө менән! С днем свадьбы!

Ҡайһы арала үҫеп еттегеҙ һуң?
Һеҙме һуң был? Ышанмай күңел…
Туй көнөгөҙ, улым, ҡотло булһын,
Өйләнеү ул – уйын эш түгел.
***
Йәшлек мөхәббәте мәңге булһын,
Гел бер булһын барыр юлығыҙ.
Аҡ бәхеттәр генә яуып торһон,
Ҡотло булһын никах туйығыҙ.

***
Йондоҙ һибә Йыһан, бәхет теләп,
Йөҙөгөҙҙә көн дә нур атһын.
Берегеҙ өсөн берегеҙ терәк булып,
Берегеҙ өсөн берегеҙ йән атһын!
***
Йәй көнөндә һеҙҙең туйҙарығыҙ,
Ысын күңелдән һеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Туйҙарығыҙҙы бергә үткәреп
Һеҙгә атап йырҙар йырлайбыҙ.
Аҡ бәхеттәр һеҙгә юлдаш булһын,
Күтәренке булһын күңелегеҙ,
Һаулыҡ, шатлыҡ, ҡыуаныстар менән
Үтһен ине бөтөн ғүмерегеҙ.

Свадебные поздравления на башкирском языке

Вам хочется не просто поздравить близких и родных для вас людей со счастливым событием, но сделать это красиво и небанально? Выберите лучшие поздравления в день свадьбы на башкирском языке, прочтите за праздничным столом – и вы увидите, как засветятся от счастья глаза жениха и невесты. Только вам решать, каким будет свадебное поздравление, главное – чтобы эти слова прозвучали искренне.

***
Туй конегез һеҙҙен ҡотло булһын,
Кутэренке булһын кунелдэр!
Бер ҙә йылмайып, бэхет, шатлыҡ белэн
Тигеҙлек утһен гомерлэр.
Туй балдағын алтын нурҙары
Тормош күгегеҙҙең биҙһен.
Күҙегеҙҙе хисе сою
Беркайчан да берук сунмэсен.

Буген һеҙҙен туй конегез,
Бэхеттэрзен ырыҫы,
Ғүмер буйы дорлэп янһын
Һеҙҙен йорэк ылыҫы.
Бэхетле булып йәшим тиһэн,
Бер — берене анлау кирэк.
Херота һеҙ булығыҙ
Бер — берегезгэ оло терэк.

Бэхет, шатлыҡ, муллыҡ яҙмыш булһын,
Иҫән — сэлэмэт итегеҙ бик кәрәкле.
Матур ул матур хэм кыз устереп,
Аҙ тигэндэ йозгэ итегеҙ.
Буген жирдэ яна гаилэ тыуа,
Яна тормош бездэ башлана.
Берук күркәм булһын,
Берук ныҡ булһын!
И Алла, узен ташлама!

Поздравления на свадьбу по-башкирски

***
Туй көнө менән! С днем свадьбы!
Ҡайһы арала үҫеп еттегеҙ һуң?
Һеҙме һуң был? Ышанмай күңел…
Туй көнөгөҙ, улым, ҡотло булһын,
Өйләнеү ул – уйын эш түгел.
Шуға, улым, һин беренсе көндән
Хужа итеп той ҙа үзеңде,
Атайыңдан үрнәк алып раҫла
Ғаиләлә һәр бер һүзеңде.
Балаларың булһын һау-сәләмәт,
Мал-мөлкәтең булһын, алтының.
Был бит – минең ирем тиеп,балҡып,
Ғорурланып торһон ҡатының.
Шулай итеп матур йәшәһәгеҙ,
Беҙ ҙә бик һөйөнөп йәшәрбеҙ.
Ҡатыныңа килен тип түгел,
Ҡыҙым тиеп һөйөп йәшәрбеҙ.
Бөгөн һеҙҙең бик тә иҫтәлекле
Һәм бәхетле ҡыҙыл туйығыҙ.
Көмөш, алтын, яҡут туйларғаса,
Бергә булһа ине уйығыҙ.
Юлдар кеүек оҙон ғүмер һеҙгә,
Ҡайғы еле бер ҙә теймәһен.
Заман ҡоралдары ситләп үтһен,
Йәшәү дәрте һис тә һүнмәһен.
Йөҙләрҙә йылмайыу янһын,
Табынға йыр ҡуй, әйҙә.
Бөтөн яҡтан теләк яуһын,
Килен менән кейәүгә.
Бик тә еңел йөрөшөгөҙ,
Бик пар килгән буйығыҙ.
Гөрләп үтһен тормошоғоҙ,
Гөрләгәндәй туйығыҙ.
Һеҙҙең өҫтәлдә һәр вакыт
Һый-хөрмәт тулып торһон.
Һыйлағыҙ дуҫты яратып,
Дуҫтар гел килеп торһон.
Таҫма телдәр менән һеҙгә
Дошмандар һыйынмаһын.
Яҡты нур һүнмәһен йөҙҙә,
Мәхәббәт һыуынмаһын.
Пар балдаҡтар балҡышынан
Күҙҙәребеҙ сағыла,
Һеҙ бөгөн – иң гүзәл пар
Сәскәләр ҡосағында!
Йылдар уҙһын бәхеттә,
Таҙалыҡта-һаулыҡта,
Шатлыҡта, мәхәббәттә,
Иминлектә, муллыҡта!

Башкирские поздравления на свадьбу

Свадебные поздравления на башкирском языке, идущие от сердца, могут запомниться больше, чем самые дорогие подарки! Из представленных здесь текстов вы наверняка сможете выбрать что-то подходящее.

***
Ҡотлайбыҙ һеҙҙе ысын күңелебеҙҙән иң
бәхетле көнөгөҙ менән!
Һеҙгә алдағы көнөгөҙҙә аҡ бәхет,
ныҡлы сәләмәтлек, тигеҙ, тыныс тормош,
саф мәхәббәт теләйбеҙ.
Оло юлға һеҙ сығаһығыҙ бөгөн,
Бергә ҡушып ике йөрәкте.
Юл алдынан әйтәйек һеҙгә
Ысын күңелдән изге теләкте.
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә
Айырылмаһын тормош юлығыҙ.
Ғүмер һуҡмаҡтарын уҙған саҡта
Алдашмағыҙ, зирәк булығыҙ!
Осраштырған һеҙҙе яҙмыш,
Ғашиҡ парҙар булғаныһығыҙ.
Сәсте сәскә бәйләшергә
Вәғәҙәләр ҡорғанһығыҙ.
Тормошҡа аяҡ баҫаһығыҙ,
Пар килгәнһегеҙ икегеҙ.
Һөйөшөп кенә йәшәгеҙ,
Тигеҙ ғүмер итегеҙ!
Беҙҙән һеҙгә изге теләк:
Бергә типһен һеҙҙең йөрәк.
Түрә булһын түрегеҙҙә –
Мәхәббәт бер-берегеҙҙә.
Тәбрик итәм ҡауышыу көнөгөҙ менән,
Бер-берегеҙгә яҡын булығыҙ.
Оҙон ғүмер, һүнмәҫ бәхет менән
Яңы тормош ҡороғоҙ.
Алда һеҙҙе бәхет ҡаршы алһын,
Ғүмер юлын тигеҙ үтегеҙ.
Бер-берегеҙҙең ҡәҙерҙәрен белеп кенә
Тигеҙ матур тормош итегеҙ.
Йәй көнөндә һеҙҙең туйҙарығыҙ,
Ысын күңелдән һеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Туйҙарығыҙҙы бергә үткәреп
Һеҙгә атап йырҙар йырлайбыҙ.
Аҡ бәхеттәр һеҙгә юлдаш булһын,
Күтәренке булһын күңелегеҙ,
Һаулыҡ, шатлыҡ, ҡыуаныстар менән
Үтһен ине бөтөн ғүмерегеҙ.

Поздравления на свадьбу на башкирском языке в прозе

Если вы хотите поздравить молодоженов с бракосочетанием, не обязательно готовить длинную речь. Вы можете выбрать небольшое, но теплое и душевное поздравление по-башкирски в день свадьбы не только в стихах, но и в прозе.

***
Һеҙҙе туй тантанаһы – матур байрамдарығыҙ менән тәбрикләп, аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай яҡты көндәр, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ. Ҡорған ғаиләгеҙ татыу, ырыҫлы, бергә үтер юлығыҙ оҙон, һикәлтәһеҙ булһын. Ата-әсәйегеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп, хөрмәт итеп, һөйөп, һөйөлөп һәм һөйөнөп йәшәгеҙ.

***
Ғүмерҙәрегеҙҙәге иң иҫтәлекле гүзәл байрамдарығыҙ менән тәбрикләп, һеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ваҡытында табыштығыҙ, үҙ мәлендә ҡауыштығыҙ. Бер-берегеҙгә булған ҡайнар хистәрегеҙҙе һаҡлап, туйҙа яуған теләктәрҙе аҡлап, матур ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә. Ҡорған ғаиләгеҙ татыу, ырыҫлы булһын. Бәхетле ғаилә тормошо һеҙгә!

***
Һеҙҙе иң ҡыуаныслы байрамдарығыҙ – законлы никахтарығыҙ уңайынан ихлас тәбрикләйбеҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Һөйөүгеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош ҡуйған һынауҙарға бирешмәйенсә, бер-берегеҙҙе һаҡлап, терәк-таяныс булып, тыныс, имен тормошта йәшәргә насип булһын һеҙгә. Зат-ырыуығыҙҙың ҡот-ырыҫын арттырып ғүмер итегеҙ.

***
Тормошоғоҙҙоң иң бәхетле көндәре – законлы никахтарығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Артабанғы тормош юлығыҙ ҡыуаныс-шатлыҡтарға, оло бәхет һәм саф мөхәббәткә сорналһын. Күңелдәрегеҙҙең илаһи һөйөү хисенең ҡәзерен белеп, тормош юлын ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып үтегеҙ. Изге хистәргә ҡоролған ғаиләгеҙ ырыҫлы, ныҡлы булһын!